

Башҡортостанда һауа торошо ғәжәпләндереүҙән туҡтамай. Апрель уртаһында ысын йәйге эҫе килде. Республикала бындай һауа торошо күпмегә һуҙылыр?
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, алдағы өс көндә төбәктә эҫе буласаҡ — көндөҙ +26, төндә +15 градус. Урыны менән ямғыр, йәшен һәм көслө ел фаразлана. Рәсәй Гидрометеорология үҙәге фаразы буйынса, аҙна аҙағына көндөҙ +19, +22 градусҡа тиклем һәм төндә +7, +8 градусҡа тиклем һалҡынайта.
Киләһе аҙна башында Гисметео порталы һыуытыуҙы фаразлай. Көндөҙ +8, +13, төндә +4 градусҡаса һалҡын булыуы көтөлә. Көслө ямғырҙар ихтималлығы юғары.
Фобос үҙәгендә 1 май байрамдарына, Еңеү Көнөнә һәм шул осорҙағы ял көндәренә яҡынса фараз бирҙеләр. Уларҙың фаразына ярашлы, йәйге йылылыҡ урынына йәшен фронты киләсәк, һәм апрель нормаһына тиклем һәм унан түбәнерәк һыуытасаҡ. Айҙың аҙағы һалҡын буласаҡ. Хатта ҡар ҡатыш ямғыр фаразлана.
Беренсе май байрамдары сағыштырмаса һалҡын һәм ямғырлы булырға вәғәҙә итә. Майҙың беренсе аҙнаһында Рәсәйҙең урта һыҙатында климат нормаһынан бер нисә градусҡа түбәнерәк булыуы көтөлә, ә яуым-төшөм күләме буйынса, киреһенсә, норманан юғарыраҡ буласаҡ.
Майҙың икенсе аҙнаһы йылыраҡ була. Еңеү көнөнә көндөҙ +13, +18 градусҡаса йылы буласаҡ.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.