Ҡырағай мөхит
26 Апрель 2025, 21:20

Ҡар көтәбеҙ...

Бөгөнгә йылы, ә иртәгәнән... 

Ҡар көтәбеҙ...Ҡар көтәбеҙ...
Ҡар көтәбеҙ...

Киләһе аҙна башында Башҡортостанда ҡапыл һыуыта, тип иҫкәрттеләр синоптиктар.

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, бөгөн йылы һаҡлана, республикала һауа температураһы төндә +6,+12, көндөҙ +17,+23 градус була әле. Күпселек райондарҙа төрлө күләмдә ямғырҙар, урыны менән йәшенле ямғырҙар күҙәтеләсәк.

Киләһе аҙна башында әүҙем циклондың артҡы өлөшөндә ҡапыл һыуыта – төндә -3,+2 градусҡа тиклем, көндөҙ +5,+10 градусҡа тиклем. Һауаның уртаса тәүлек температураһы норманан 4 градусҡа түбәнерәк буласаҡ.

Бер аҙ һәм уртаса яуған ямғырҙар епшек ҡарға әйләнә, төньяҡ-көнбайыштан иҫкән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етә. Республиканың ҡайһы бер райондарында тимер сымдарҙа һәм ағастарҙа епшек ҡар ятыуы, боҙлауыҡ һәм ҡыҫҡа ваҡытлы ҡар ятыуы ихтимал.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас