Ҡырағай мөхит
29 Апреля 2025, 18:50

Май башына тағы өмөт уянды...

Әммә әлегә аномаль йылылыҡты көтөргә тура килмәй. Уҙған аҙналағы кеүек эҫе республикала был арала булмаясаҡ.

Май башына тағы өмөт уянды...Май башына тағы өмөт уянды...
Май башына тағы өмөт уянды...

Уҙған төндә Башҡортостанда һауа температураһының -4 градусҡаса түбән булыуы күҙәтелде. Беренсе майға һауа торошо нисек үҙгәрәсәк? Синоптиктар яуап бирҙе.

Башгидрометтан аңлатыуҙарынса, һыуыҡтар ҡыҫҡа ваҡытлы була.

- Алдағы төндә Башҡортостанда 0,+5 градусҡаса температура көтөлә. Урыны менән ҡырау төшөүе ихтимал, — тип аңлатты Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығының метеопрогноздар бүлеге начальнигы Гөлназ Заһитова. — Улар башлыса республиканың түбән урындарына һәм таулы райондарына хас буласаҡ. Шулай итеп, арктик һыуыҡ яйлап Башҡортостанды ташлап китә.

Метеоролог билдәләүенсә, майҙың тәүге көндәрендә көслө һыуыҡтар булмаясаҡ. 30 апрелдә һәм 1, 2 майҙа һауа торошо үҙенең стандарт күрһәткестәренә яҡынлаша.

– Алдағы көндәрҙә көндөҙ +9,+15 градус һәм төндә +1,+6 градус һауа температураһы өҫтөнлөк итәсәк. Бындай температура норманан бер аҙ түбәнерәк (яҡынса 1 градусҡа). Был һалҡынса яҙ. Шулай итеп, температура яйлап күтәреләсәк, - тип аңлатты Гөлназ Заһитова. - Төнөн ҡырау төшөү ихтималлығы 2 майға ҡаршы төндә лә ҡала, әммә улар урыны менән генә мөмкин.

Әммә әлегә аномаль йылылыҡты көтөргә тура килмәй. Уҙған аҙналағы кеүек эҫе республикала әлегә булмаясаҡ, тип билдәләнеләр Башгидрометта.

Автор фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас