Ҡырағай мөхит
1 Май 2025, 04:40

Юҡ, һауа торошо артыҡ ҡыуандырмай...

Ҡырау төшә, ямғыр яуа. 

Юҡ, һауа торошо артыҡ ҡыуандырмай...Юҡ, һауа торошо артыҡ ҡыуандырмай...
Юҡ, һауа торошо артыҡ ҡыуандырмай...

Аҙна башында яуған ҡар күптән ирене, ләкин йәйге йылы әлегә әйләнеп ҡайтманы. Яҡынса фараздарға ҡарағанда, алдағы көндәрҙә уны көтөргә түгел: әҙерәк йылытһа ла, һуңынан барыбер ямғыр яуасаҡ. Май байрамдарының беренсе өлөшөндә һауа торошо ниндәй буласағы хаҡында һөйләйбеҙ.

Шулай итеп, Башҡортостанда яйлап йылыта. Әммә синоптиктар ҡырау төшөүен инҡар итмәй. Алдағы көндәрҙә ямғырҙар туҡтаймы? Был хаҡта Башгидрометта һөйләнеләр.

Республика метеохеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, йома, 2 майҙа, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел төньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0, +5 градус тәшкил итәсәк, урыны менән һауала һәм тупраҡ өҫтөндә -3 градусҡа тиклем ҡырау төшәсәк. Көндөҙ +10, +15 градусҡаса йылыта.

Шәмбе, 3 майҙа, төбәктә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +4, +9 градус тәшкил итәсәк. Көндөҙ һауа +10,+15 градусҡаса йылына.

Рәсәй гидрометеорология үҙәге 5 майға һауа температураһының күтәрелеүен фаразлай. Рәсәй метеорологтары мәғлүмәте буйынса, 4 майҙа ҡояшлы һауа торошо көтөлә. Көндөҙ термометр бағанаһы +18 градусҡаса күтәрелә. 5 майҙа көндөҙ +23 градус була. 1 майҙан 3-өнә тиклем яуым-төшөм ихтималлығы 80 процент һәм унан да күберәк тәшкил итә.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас