

Бөгөн хәүефле яңылыҡ билдәле булды: Әбйәлил районында кешегә айыу һөжүм иткән. Хәл райондың Шәрип ауылында булған, был ауыл таулы-урманлы ерҙә урынлашҡан һәм Белорет районы урмандары менән сиктәш. Урындағылар әйтеүенсә, “айыу ояһы”.
Ир яраланған, уны дауаханаға алып киткәндәр. Хәлде тикшереү өсөн урынға Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының дәүләт инспекторы барған.
Айыуҙар әллә ҡасан уянып бөттө, хәҙер урманға барыу хәүефле. Ҡапыл айыу менән осрашмаҫ өсөн тауыш сығарып йөрөгөҙ. Әгәр айыуҙы йәки балаһын күреп ҡалһағыҙ, уларға яҡын бармағыҙ.
Күҙгә-күҙ осрашһағыҙ, арҡағыҙ менән боролмағыҙ, йүгермәгеҙ, яйлап ҡына сигенегеҙ.
Фото: Телеграм.