Ҡырағай мөхит
7 Май 2025, 19:40

Их, был ялдарҙа ла һауа торошо артыҡ ҡыуандырмай

Махсус хеҙмәттәр иҫкәртә: һаҡ булығыҙ! 

Их, был ялдарҙа ла һауа торошо артыҡ ҡыуандырмайИх, был ялдарҙа ла һауа торошо артыҡ ҡыуандырмай
Их, был ялдарҙа ла һауа торошо артыҡ ҡыуандырмай

Башҡортостанда, бөгөн 8 майҙа көслө йәшенле ямғырҙар һәм ел көтөлә. Синоптиктар көндөң аяҙлы-болотло булыуын вәғәҙәләй. Ел төньяҡ-көнсығыштан секундына 3-8 метр, йәшен ваҡытында секундына 14 метрға етәсәк.

Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Термометр бағанаһы төндә +5,+10, көндөҙ +17,+22 градус күрһәтәсәк. Юлдарҙың айырым участкаларында төндә һәм иртән томан төшөүе ихтимал, күреү мөмкинлеге 500-1000 метрға тиклем насарая.

"Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәгеҙ! Һауа шарттарына ярашлы тиҙлекте һайлағыҙ”, — тип билдәләнеләр Башҡортостан транспорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Дөйөм алғанда, байрам көндәрендә һауа торошон уртаса йылы тотороҡһоҙ һауа массаһы билдәләй. Түбән баҫымлы өлкәлә урыны менән йәшенле ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ. 9 майҙа көндөҙ республиканың күпселек райондарында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы күҙәтелә. Һауа температураһы төндә +5, +11, көндөҙ +16, +22 градус. 10 майҙа температура бер аҙ түбәнәйә һәм +14, +19 градус тәшкил итә.

Фото: Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас