Ҡырағай мөхит
19 Мая 2025, 18:35

Йә һыуыта, йә эҫетә...

Майҙың һуңғы көндәре ниндәй булыр?

Йә һыуыта, йә эҫетә...Йә һыуыта, йә эҫетә...
Йә һыуыта, йә эҫетә...

Башҡортостанда майҙа температура тирбәлеүе көтөлә. Бөгөн көндөҙ +15 градусҡа тиклем һыуыта, бер нисә көндән термометр бағанаһы +30 градус билдәһенә менә.

Май аҙағына һауа торошо фаразы менән Гисметео белгестәре таныштырҙы. Улар 22 һәм 23 майҙа көндөҙ һалҡын һауа торошон фаразлай: +16, +17 градус, төнгө һауа температураһы +8 градусҡа тиклем. 26 һәм 27 майҙа һауа +27 градусҡаса йылына. Төнгө сәғәттәрҙә +18 градус булыуы көтөлә.

Майҙың һуңғы көндәрендә көндөҙ +24, +25 градус, ә төндә – яҡынса +15 градус фаразлана.

Рәсәй метеохеҙмәте мәғлүмәте буйынса, 23 майҙа ямғырҙар туҡтаясаҡ, һуңынан 28, 29 һәм 31 майҙа яуым-төшөм көтөлә.

3 июндән йәнә ямғырҙар башлана, башлыса ҡыҫҡа ваҡытлы. 8 июнгә һауа температураһы көндөҙ +21, төндә +13 градусҡаса түбәнәйә.

Рәсәй метеорологтары бындай һауа торошо йәйҙең беренсе айы аҙағына тиклем һаҡланасаҡ тип иҫәпләй. Бик эҫе һәм бик һалҡын һауа торошо көтөлмәй. Был яуым-төшөм менән бәйле, улар көндөҙ һауа температураһын түбәнәйтә.

Рәсәй гидрометеорология үҙәге шулай уҡ 23 майҙа ямғырҙарҙың туҡтауын һәм ошо ваҡыттан алып көндөҙ +18, +19 градустан +22 градусҡа тиклем күтәрелеүен фаразлай. Төндә һауа температураһы 22 майҙа һәм унан һуңғы көндәрҙә +11 градустан +7, +8 градусҡа тиклем түбәнәйә.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас