Ҡырағай мөхит
22 Май 2025, 16:00

Ҡайһы бер райондарҙа ҡырау төшә

Ял көндәре һалҡын була. Башҡортостанда аҙна аҙағында арктик циклон хакимлыҡ итә, ти синоптиктар.

Ҡайһы бер райондарҙа ҡырау төшәҠайһы бер райондарҙа ҡырау төшә
Ҡайһы бер райондарҙа ҡырау төшә

Башҡортостанда аҙна аҙағында арктик циклон хакимлыҡ итә. Һауа температураһы норманан дүрт градусҡа түбән була, тип фаразлай Башгидромет.

Төндәрен һауа температураһы +2...+7 градус ҡына, хатта урыны менән ҡырау төшә (0...+2 градус). Иң һыуыҡ төндәр Белорет һәм Учалы райондарында көтөлә.

Көндөҙ +13...+18 градус йылы. Яуым-төшөм көтөлмәй.

Ә икенсе аҙнанан тағы йылыта – дүшәмбелә +20 градусҡаса күтәрелә.

Гөлсәсәк Дауытова фотоһы.

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас