Ҡырағай мөхит
26 Май 2025, 19:05

Ниһайәт, йәй етә!

Йылы, ямғыр яумай. Оҙаҡҡамы икән? 

Ниһайәт, йәй етә!Ниһайәт, йәй етә!
Ниһайәт, йәй етә!

Башҡортостанда һауа температураһы күтәреләсәк. Бөгөнгә, 27 майға, һауа торошон Башгидромет синоптиктары фаразланы.

Метеорологтар хәбәр итеүенсә, 27 майҙа республикала яуым-төшөм булмаясаҡ. Һауа температураһы төндә +5,+10 градус, таулы райондарҙа +1 градусҡаса, көндөҙ +22,+27 градус йылы. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын, көндөҙ көсәйеүсән.

Шаршамбы, 28 майҙа, шулай уҡ йылы һауа торошо һаҡланасаҡ.

Автор фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас