Ҡырағай мөхит
29 Май 2025, 20:15

Ҡот осҡос эҫегә әҙер булығыҙ...

Тик ул оҙаҡҡа түгел. Оҙаҡламай һыуыта. Ҡасанмы?

Ҡот осҡос эҫегә әҙер булығыҙ...Ҡот осҡос эҫегә әҙер булығыҙ...
Ҡот осҡос эҫегә әҙер булығыҙ...

Башҡортостанда һауа торошо ғәжәпләндереүен дауам итә. Алдағы көндәрҙә республиканы экстремаль эҫелек ялмап аласаҡ.

Төбәктең гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 30 майҙа һауа температураһы төндә +11, +16 градус тәшкил итәсәк. Көндөҙ +26, +31 градусҡаса йылыта. 31 майҙа һәм 1 июндә төндә +12, +17 градус, көндөҙ +28, +33 градус була. Шул уҡ ваҡытта асыҡ һәм елһеҙ буласаҡ. Йәйҙең беренсе көнөндә генә көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе һәм елдең көсәйеүе фаразлана.

Дүшәмбе, 2 июндән, эҫе кәмей. Киләһе аҙнала һауа температураһы +20, +22 градус булыуы көтөлә.

Гисметео порталы мәғлүмәттәре буйынса, июнь айы ошондай һалҡын буласаҡ. Һауа температураһы көндөҙ +25 градустан артмаясаҡ.

Әлиә Хужәхмәтова фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас