Ҡырағай мөхит
11 Июнь 2025, 20:30

Аномаль эҫегә әҙер булығыҙ

Ҡасанға тиклем?

Аномаль эҫегә әҙер булығыҙАномаль эҫегә әҙер булығыҙ
Аномаль эҫегә әҙер булығыҙ

Башҡортостанда синоптиктар июндең икенсе декадаһында аномаль һауа торошо хаҡында иҫкәртә. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, июндең 20-һенә тиклем һауа температураһы климат нормаһынан 2 градусҡа юғарыраҡ буласаҡ.

Метеорологтар билдәләүенсә, төбәккә көньяҡ киңлектәрҙән субтропик һауа массаһы таралған. Был температураның көндөҙ +32 градусҡа тиклем күтәрелеүенә килтерә.

Алдағы ял көндәрендә һауа торошо үҙгәрмәйәсәк. Эҫе – төндә +19, көндөҙ +31 градусҡаса.

Шул уҡ ваҡытта ямғырҙар ҙа була. Ҡайһы бер райондарҙа боҙлауыҡ, елдең көсәйеүе фаразлана.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас