

“Яндекс. Һауа торошо” сервисы мәғлүмәттәре буйынса, 16 июндән 22-һенә тиклем һауа торошо башлыса ямғырлы буласаҡ.
Дүшәмбе, 16 июндә тәүлек буйына ямғыр яуа. Төндә +17, көндөҙ +23 градусҡа тиклем. Ел көньяҡ-көнбайыштан, талғын.
Шишәмбе, 17 июндә, йәнә ямғыр яуа. Төндә +16-ға тиклем, көндөҙ +20,+22. Ел көнбайыштан, талғын.
Шаршамбы, 18 июндә, тәүлек дауамында +15, +19 градус һәм ямғыр яуа. Ел төньяҡ-көнбайыштан, талғын.
Кесаҙна, 19 июндә, һәм йома, 20 июндә, һауа торошо үҙгәрмәй. Һауа температураһы тәүлек дауамында +13-тән +21 градусҡа тиклем. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан, талғын.
Киләһе ял көндәрендә үҙгәрешһеҙ, йәнә ямғыр яуасаҡ. Шәмбе, 21 июндә һәм йәкшәмбе, 22 июндә, тәҙрә артында +14-тән +21 градусҡа тиклем. Ел көнбайыштан, талғын.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.