Ҡырағай мөхит
15 Июнь 2025, 19:30

Һарына сәскә атҡан

Нисәмә йыл эҙләй торғас, күрҙем. Ә бит элек һарына ҡиммәтле ризыҡ та булған, кемдәрҙелер хатта үлемдән алып ҡалған.

Һарына сәскә атҡанҺарына сәскә атҡан
Һарына сәскә атҡан

-Урманды һағындырып киткәйне. Бөгөн, ниһайәт, мөмкинлек булды. Ул сәскәнең күплеге, ул үләндең бейеклеге, ҡоштар һайрауы.

Иң ҡыуандырғаны шул булды, нисә йыл урманда йөрөп, һарына сәскәһе тап итмәй торғайным. Бөгөн нәкәнис юлыҡтым шул сәскәгә.

Бала саҡта Кәрим ағайым мәрхүм урмандан күп итеп һуғанын йыйып алып ҡайтып, табала ҡыҙҙырып ашап, бер булына торғайныҡ. Хәҙер ана бер бөртөк кенә үҫеп ултыра, - тип яҙа үҙенең сәхифәһендә хаҡлы ялдағы уҡытыусы, тәбиғәт һөйөүсе Нәсимә Сәғитова.

Эйе, һарына аслыҡ йылдарында ҡиммәтле ризыҡ та булған, кемдәрҙелер хатта үлемдән алып ҡалған.

Ә һеҙҙең яҡта һарына үҫәме?

Сығанаҡ: "Таң" гәзитенән

Автор:Карима Усманова
Читайте нас