

Ямғырҙар ялҡытманымы әле? Башҡортостанда һауа торошо йәнә аномаль үҙгәрештәр һәм ҡапма-ҡаршылыҡтар менән ғәжәпләндереүен дауам итә. Синоптиктар алдағы көндәргә ентекле прогноз тәҡдим итте.
Төбәктең гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы аҙнаның тәүге яртыһында һауа шарттары бер аҙға яҡшырасаҡ. Был юғары баҫым өлкәһенең республика биләмәһенә күсеүе менән бәйле. Яуым-төшөм көтөлмәй. 24 июндә төндә +3,+9 градусҡа тиклем була (ҡайһы бер төньяҡ һәм таулы райондарҙа 0,-1 градус һалҡынға тиклем). Ә иң йылы көн шаршамбы, 25 июндә, көндөҙ һауа температураһы +19,+24 градусҡа тиклем күтәреләсәк.
Әммә аҙнаның икенсе яртыһында уҡ сираттағы атлантик циклон Башҡортостанда һауа торошон тағы ла насарайта. Ҡайһы берҙә төрлө күләмдәге ямғырҙар, йәшен, локаль ҡойма ямғырҙар яуасаҡ, көндөҙ боҙ-борсаҡ яуыуы ихтимал. Һауа температураһы төндә +8,+13, көндөҙ +17,+22. Алдағы ял көндәре республикала һалҡын һәм ямғырлы буласаҡ.
Башгидрометтан аңлатыуҙарынса, әлеге ваҡытта республикала яуым-төшөм норманан артҡан, айлыҡ яуым-төшөм нормаһының 123 проценты яуған.
Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, июндең өсөнсө декадаһында Башҡортостанда ғәҙәттәгенән 2 градусҡа һалҡыныраҡ була.
Ғалимдар фаразлауынса, +28,+30 градуслыҡ йәйге йылы июль башынан ғына етәсәк. Шул уҡ ваҡытта яуым-төшөм дә туҡтаясаҡ. Июлдең беренсе декадаһында ҡояшлы көндәр күп буласаҡ.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.