Ҡырағай мөхит
25 Июнь 2025, 20:35

Ямғырҙар башлана...

Һаҡ булығыҙ: ҡотҡарыусылар иҫкәртә. Ә ямғырҙар тағы оҙаҡҡа килде, ахыры. 

Ямғырҙар башлана...Ямғырҙар башлана...
Ямғырҙар башлана...

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар һәм боҙ-борсаҡ яуыуы хаҡында иҫкәртәләр. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты Башгидрометҡа һылтанып хәбәр итеүенсә, бөгөн, 26 июндә, төбәктә көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә.

Төндә яуым-төшөм фаразланмай. Көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ, урыны менән йәшен йәшнәйәсәк. Урыны менән боҙ-борсаҡ көтөлә.

Ел көньяҡтан секундына 7-12 метр, көндөҙ йәшен ваҡытында елдең секундына 15-20 метрға тиклем көсәйеүе күҙәтелә.

Һауа температураһы төндә +10,+15, таулы райондарҙа +5 градусҡаса, көндөҙ +19,+24 градус була.

Юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында төндә томан арҡаһында, күренеү һәләте насарлана.  

Ямғырҙар алдағы көндәрҙә лә һаҡланасаҡ.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас