

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы 28 июндән 3 июлгә тиклем һауа торошоноң насар булыуы хаҡында иҫкәртте. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, был көндәрҙә күпселек райондарҙа төрлө интенсивлыҡтағы, урыны менән көслө ямғыр яуыуы көтөлә. Ҡайһы бер райондарҙа йәшен, боҙ-борсаҡ, елдең секундына 15-20 метрға тиклем көсәйеүе фаразлана.
Өҫтәүенә, мул яуым-төшөм тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу ташыуға килтерә, гидротехник ҡоролмаларға ағым арта.
Ведомство түбәнәйтелгән урындарҙы һыу баҫыуы ихтимал тип фаразлай.
Башгидромет синоптиктары хәбәр итеүенсә, бөгөн, 28 июндә Башҡортостанда ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, урыны менән көслө, айырым райондарҙа йәшен йәшнәүе, көндөҙ локаль боҙборсаҡ яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан секундына өс метрҙан һигеҙ метрға тиклем, урыны менән 14 метрға тиклем көсәйәсәк.
Һауа температураһы төндә +9, +14 градус тәшкил итәсәк. Көндөҙ һауа +16, +21 градусҡаса йылына.
Юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында ямғыр ваҡытында күреү мөмкинлеге бер-ике километрға тиклем насарая, төндә томан эсендә 500-1000 метрға тиклем.
Автор фотоһы.