

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе һауа шарттарының боҙолоуы хаҡында иҫкәрттеләр. Республикала көслө ямғыр, йәшен, боҙ-борсаҡ һәм көслө ел көтөлә. Был хаҡта Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы хәбәр итә.
Башгидрометҡа һылтанма менән ведомство мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 1 июлдә, төбәктә болотло була, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, көндөҙ урыны менән көслө йәшен, көндөҙ локаль боҙ-борсаҡ яуа. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан, йәшен ваҡытында секундына 15-20 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы төндә +11,+16 градус, көндөҙ +18,+23. Автомобиль юлдарында төндә һәм иртән урыны менән томан, күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмерәк.
Ҡотҡарыусылар көслө ел ваҡытында ағастар, реклама таҡталары һәм ныҡлы булмаған конструкциялар янында тормағыҙ тип иҫкәртә. Автоһәүәҫкәрҙәргә үҙ автомобилдәрен ҡуйыу өсөн оптималь урындар һайларға кәңәш ителә. Бынан тыш, йәшен ваҡытында һыу ятҡылыҡтарында балыҡ тотоуҙан һәм һыу инеүҙән баш тартыу яҡшыраҡ.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.