Ҡырағай мөхит
8 Июль 2025, 20:45

Эҫеләр оҙаҡҡа килдеме?

Юҡ... Ямғырҙар иһә көн һайын тиерлек яуа.

Эҫеләр оҙаҡҡа килдеме?Эҫеләр оҙаҡҡа килдеме?
Эҫеләр оҙаҡҡа килдеме?

Башҡортостанға эҫе һауа торошо ҡайта. Башгидромет синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, алдағы көндәрҙә төбәктә көндөҙ термометр бағанаһы +32 градус билдәһенә тиклем күтәреләсәк. Эҫелек күпме дауам итер?

Гисметео синоптиктары оҙайлы прогноз бирә. Уларҙың мәғлүмәттәре буйынса, эҫе һауа торошо бер нисә көн генә көтөлә. Алдағы ял көндәрендә һауа температураһы көндөҙ +23, +24 градусҡаса түбәнәйә.

Артабан һауа температураһының бер аҙ күтәрелеүе фаразлана. Киләһе аҙна аҙағында +28 градусҡаса йылы буласаҡ. Әммә эҫе бер нисә көн генә буласаҡ, һәм температура тағы ла кәмейәсәк. Июль аҙағында көндөҙ +23 градустан юғары булмауы көтөлә.

Көн һайын тиерлек республикала яуым-төшөм фаразлана.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас