Ҡырағай мөхит
14 Июль 2025, 17:15

Йылы көндәргә кинәнеп тә өлгөрмәнек...

14 июлдән төндәрен һалҡынайта – таулы райондарҙа термометр бағанаһы +3 градусҡаса төшөүе фаразлана.

Йылы көндәргә кинәнеп тә өлгөрмәнек...Йылы көндәргә кинәнеп тә өлгөрмәнек...
Йылы көндәргә кинәнеп тә өлгөрмәнек...

Йылы көндәргә кинәнеп тә өлгөрмәнек,  14 июлдән төндәрен һалҡынайта – таулы райондарҙа термометр бағанаһы +3 градусҡаса төшөүе фаразлана. Был турала республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты Башгидрометүҙәк белгестәре мәғлүмәттәренә таянып хәбәр итә.

Республикала үҙгәреүсән, болотло һауа торошо урынлаша. Төндә һауа температураһы +8...+13 градус, таулы райондарҙа +3 градусҡаса төшә.

Өфөлә көн болотло, яуым-төшөм көтөлмәй. Ваҡыты менән көслө ел сыға. Төндә һауа температураһы +9...+11, көндөҙ шулай уҡ +23...+25 градус тәшкил итәсәк.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас