+20 °С
Болотло


Ауылдарға айыуҙар ғына яҡынламай, хатта аҡҡоштар ҙа килә. Ошо көндәрҙә Әбйәлил районының Тупаҡ ауылында аҡҡоштар күлдән сығып, ауыл урамдары буйлап йөрөгәнен видеояҙмаға төшөрөп алғандар.
Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡоштарға теймәҫкә, уларҙы ашатырға маташмаҫҡа саҡыра, юғиһә аҡҡоштарҙың кешеләргә зыян килтереүҙәре ихтималлығы хаҡында иҫкәртәләр.
Фото һәм видео: телеграм