Ҡырағай мөхит
27 Июль 2025, 17:20

Ҡотҡарыусылар көслө ямғырҙар тураһында иҫкәртә

Юлда ипле булығыҙ! Ҡасан йылытыр? 

Ҡотҡарыусылар көслө ямғырҙар тураһында иҫкәртәҠотҡарыусылар көслө ямғырҙар тураһында иҫкәртә
Ҡотҡарыусылар көслө ямғырҙар тураһында иҫкәртә

28 июлдә айырым көнсығыш райондарҙа көслө ямғыр яуа. Шулай уҡ көнбайышта елдең тиҙлеге секундына 15 метрға етеүе көтөлә.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн төбәк биләмәһендә болотло һауа торошо көтөлә. Ҡайһы берҙә ямғыр яуа, ҡайһы бер көнсығыш райондарҙа көслө буласаҡ. Һауа температураһы төндә +9,+14°, көндөҙ +18,+23 градус.

Автомобиль юлдарында ямғырҙа күреү мөмкинлеге 1-2 километрға тиклем насарая. Төндә һәм иртән автомобиль юлдарының айырым участкаларында 500-1000 метр күреү мөмкинлеге менән томан төшә.

Өфөлә болотло һауа торошо фаразлана. Ваҡыт-ваҡыты ямғыр яуа. Ел төньяҡтан талғын. Температураһы төндә +12,+14°, көндөҙ +19,+21°.

29 июлдә лә ошондай һауа торошо һаҡлана. Бер аҙ йылыраҡ буласаҡ. Төндә +11, +16, көндөҙ +20, +25 градус йылы. 

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас