Ҡырағай мөхит
27 Июль 2025, 09:30

“Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән йәнлек һәм үҫемлектәр тикшерелә

"Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәев биләмәлә ғалимдарҙың әлегә “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән объекттар тапмауын белдерә, әммә эш дауам итә

“Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән йәнлек һәм үҫемлектәр тикшерелә“Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән йәнлек һәм үҫемлектәр тикшерелә
“Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән йәнлек һәм үҫемлектәр тикшерелә

Салауат ятҡылығында геологик разведкалау буйынса федераль лицензияға ярашлы, компания эшмәкәрлеге өсөн билдәләнгән учаскала экосистеманың торошо комплекслы тикшерелә. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө тикшеренеү үҙәгенең Көньяҡ Урал ботаника баҡсаһы-институты белгестәре мө­хитте өйрәнеү буйынса эшкә тотондо.


– Беҙҙең бурыс – үҫемлектәрҙең төрҙәрен иҫәпкә алып теркәү, бөтә биләмәнең ботаник торошон сағыл­дырыу. Бында ябай ҡарағай (Pinus sylvestris) һәм ҡайын (Betula pendula) өҫтөнлөк иткән ылыҫлы урмандар. Себер ҡарағайы (Larix sibirica) һәм бик һирәк кенә уҫаҡ (Populus tremula) осрай. Урман массивтарынан тыш, беҙ болондарҙы ла тикшерәбеҙ, уларҙа лабазник (Filipendula) кеүек төрҙәр булыуы ихтимал. Шулай уҡ сүп үләндәре (Artemisia төрҙәре) һәм ҡурай еләге (Rubus idaeus) кеүек үҫемлектәр менән тулған май­ҙандың торошон өйрәнәбеҙ. Эш һө­ҙөмтәһе – үҫемлек донъяһының составын һәм структураһын документлаштырыу буласаҡ. Бындай тикшеренеүҙәр һәр төрлө эшмәкәрлекте планлаштырыу һәм экологик балансты тәьмин итеү өсөн бик мөһим. Мин болон, дала, урман үҫемлектәрен 20 йыл самаһы өйрәнәм һәм беҙҙең ғилми коллектив ерлекте аныҡ баһалау өсөн юғары квали­фи­кацияға эйә, – ти биология фәндәре кандидаты, өлкән ғилми хеҙмәткәр Ярослав Голованов. 


Биология фәндәре кандидаты, төп ғилми хеҙмәткәр Мария Лебедева аңлатыуынса, тикшеренеүҙең маҡсаты – “Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең лицензия учаскаһында флора һәм фаунаның торошон һәр яҡлап баһалау. 
– Беҙ компания эшмәкәрлеге зыян яһау ихтималы булған объекттарҙы – һирәк төрҙәр, экосистеманы асыҡларға тейешбеҙ. Материал йыйылғандан һуң,  тәрән аналитик эш – өлгөләрҙе эшкәртеү, мәғлүмәттәрҙе өйрәнеү, фонд һәм әҙәби сығанаҡтар менән сағыштырыу баш­ланасаҡ. Һуңынан ғына дөйөм һығымта яһаласаҡ һәм йомғаҡтар буйынса отчет әҙерләнәсәк. Бында Көньяҡ Уралдың көнсығыш тау итәгенә хас урман һәм улар үҫемлектәрҙең, хайуандарҙың, бөжәктәрҙең бай биологик төрҙәре менән айырыла. Әгәр биләмә айырыуса тәбиғи ҡиммәткә эйә булһа, һирәк осраған үҫемлектәр йәки йәнлектәр асыҡланһа, эшмәкәрлек алып барыу мәсьәләһе, моғайын, тормаҫ ине. Беҙҙең бурыс – билдәле участкала бөтә биологик төрлөлөктө теркәү. Эшебеҙҙә картографик материалдар ҡулланабыҙ, космос һүрәттәре буйынса биләмәне ана­лизлайбыҙ, төп урман төрҙәрен айырып күрһәтәбеҙ. Әлеге ваҡытта был мәғ­лүмәттәр буйынса верификация алып барыла. Тап ошо тикшеренеүҙәр, картографик анализ һәм артабанғы мәғлүмәтте комплекслы эшкәртеү буйынса һығымта яһаласаҡ, – ти ғалим. 


Эш биләмәне ҡарау менән генә сикләнмәй. Белгестәр бөтә күҙәтеүҙе теүәл теркәп, биләмә буйлап йөрөй: урман-болондарҙа үҫемлектәр төрөн,      хайуан-йәнлектәр булыу-булмауын бил­дәләй. Навигация һәм документация өсөн карталы планшеттар, фотолар, белешмәләр ҡулланыла. Тикшеренеүҙәр нигеҙен коллективтың эксперт белеме, үҫемлектәрҙе, хайуандарҙы, шул иҫәптән бөжәктәр һәм ҡоштарҙы иҫәпкә алыу ысулдары тәшкил итә.


"Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәев биләмәлә ғалимдарҙың әлегә “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән объекттар тапмауын белдерә, әммә эш дауам итә. 

Автор фотоһы

Автор:Карима Усманова
Читайте нас