Ҡырағай мөхит
2 Август 2025, 20:25

Аномаль эҫе көндәр ҡасан тамамланыр?

Оҙаҡҡа түгел... 

Аномаль эҫе көндәр ҡасан тамамланыр?Аномаль эҫе көндәр ҡасан тамамланыр?
Аномаль эҫе көндәр ҡасан тамамланыр?

Башҡортостанда һыуыҡ көндәр эҫегә алмашынды. Һауа температураһы көндөҙ +30 градусҡа етә. Эҫе һауа торошо күпмегә һуҙылыр?

Гисметео синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә эҫе һауа торошо оҙаҡҡа бармай, бер нисә көнгә генә. Шаршамбынан, 6 августан башлап, ямғырҙар аномаль эҫелекте кәметә башлаясаҡ. Һауа температураһы көндөҙ +25 градусҡаса түбәнәйә. Ә шәмбелә термометр +22 градус күрһәтәсәк.

Бындай температура режимы ай аҙағына тиклем көтөлә.

Әлиә Хужәхәмтова фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас