Ҡырағай мөхит
7 Август 2025, 20:55

Һауа торошо ҡырҡа боҙола

Синоптиктар фаразы кәйефте ҡыра. Бөгөн һәм иртәгә айырыуса һаҡ булығыҙ!

Һауа торошо ҡырҡа боҙолаҺауа торошо ҡырҡа боҙола
Һауа торошо ҡырҡа боҙола

Башҡортостанда аномаль эҫелек урынына һыуытасаҡ. Синоптиктар фаразы кәйефте ҡыра.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, аҙна аҙағында республикала һауа торошон ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғырҙар менән аҙ хәрәкәтсән фронталь бүлек билдәләйәсәк. Бөгөн, 8 августа, республикала урыны менән насар һәм хәүефле метеорологик күренештәр – көслө һәм бик көслө ямғырҙар, көслө ҡойма ямғырҙар, елдең секундына 15-20 метрға тиклем көсәйеүе көтөлә. Көндөҙ локаль рәүештә эре боҙ-борсаҡ яуасаҡ.

Ял көндәрендә лә һауа торошо ҡыуандырмаясаҡ. Шәмбе, 9 августа, шулай уҡ көслө ямғырҙар яуыуы ихтимал. Бынан тыш, республика территорияһына төньяҡ һауа массалары үтеп инә. Был һауа температураһының түбәнәйеүенә килтерә. Төндә +9, +14, көндөҙ +19, +24 градус булыуы көтөлә.

Киләһе аҙна башында ла һауа торошонда һиҙелерлек үҙгәрештәр көтөлмәй.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас