

Башҡортостан синоптиктары алдағы көндәргә көтөлмәгән фараз бирҙе. Республикаға эҫе һауа торошо әйләнеп ҡайта.
Һауа температураһы бөгөн, 17 августа, күтәрелә башлай. Көндөҙ синоптиктар +24 градусҡаса йылы буласаҡ тип фаразлай. Төндә +8-ҙән +13 градусҡаса. Төнөн яуым-төшөм көтөлмәй. Көндөҙ ямғырҙар тик төньяҡ райондарҙа ғына яуасаҡ. Улар ҡыҫҡа ваҡытлы буласаҡ.
18 августа көндөҙ һауа +27 градусҡаса йылына. Төндә +15 градусҡаса һалҡын буласаҡ. Ямғырҙар урыны менән яуасаҡ. Һәм шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы.
19 августа ла шундай уҡ эҫе һауа торошо көтөлә: көндөҙ +27 градусҡа тиклем һәм төндә +15 градусҡа тиклем. Ҡыҫҡа ваҡытлы яуым-төшөм ҡайһы бер райондарҙа ғына фаразлана.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.