Ҡырағай мөхит
20 Август 2025, 19:05

Ҡасан ямғырҙар туҡтар?

Оҙаҡламай эҫетәсәк! Аныҡ көнө билдәле.

Ҡасан ямғырҙар туҡтар?Ҡасан ямғырҙар туҡтар?
Ҡасан ямғырҙар туҡтар?

Башҡортостанда оҙаҡламай ямғырҙар туҡтаясаҡ. Һалҡын һауа торошон эҫе көндәр алмаштыра.

Синоптиктар нимә ти? Башгидрометтан хәбәр итеүҙәренсә, атмосфера баҫымы күтәрелеү менән яуым-төшөм туҡтаясаҡ. Был 21 августа була. Аҙна аҙағына һауа температураһы күтәреләсәк, ул норманан ике-дүрт градусҡа юғарыраҡ буласаҡ.

Рәсәй гидрометеорология үҙәге хәбәр итеүенсә, 21-24 августа ямғыр яумаясаҡ. Көндөҙ һауа температураһы: 21 августа +23 градус, 22 һәм 23 августа +26 градус булыуы көтөлә. 24 августа һауа +30 градусҡаса йылына. 25 августа +28 градус булыуы фаразлана.

20-23 августа төндә +11, +13, 24 һәм 25 августа +17, +18 градусҡаса йылыта.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас