Ҡырағай мөхит
21 Август 2025, 19:50

Ныҡ эҫетә!

Бына һиңә август аҙағы!

Ныҡ эҫетә!Ныҡ эҫетә!
Ныҡ эҫетә!

Башҡортостанда алдағы көндәрҙә бик эҫе була. Башгидромет синоптиктары өс көнгә фараз бирҙе. Уларҙың мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 22 августа, һауа температураһы көндөҙ +26 градусҡа тиклем күтәреләсәк. Төндә +7-нән +12 градусҡаса һалҡын буласаҡ. Ямғыр төньяҡ райондарҙа ғына көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән.

Шәмбе, 23 августа, көндөҙ ике градусҡа йылыраҡ була — һауа +28 градусҡаса йылына.

Төндә +8-ҙән +12 градусҡаса һалҡын буласаҡ. Был көндө синоптиктар һиҙелерлек яуым-төшөм вәғәҙә итмәй. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән.

Йәкшәмбе, 24 августа, термометрҙа +30 градус була.

Төндә лә элекке көндәргә ҡарағанда күпкә йылыраҡ — +17 градусҡа тиклем. Ямғырҙар көтөлмәй. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас