Ҡырағай мөхит
24 Август 2025, 19:55

Һауа торошо кәйефте төшөрә...

Йәй бөттөләме? 

Һауа торошо кәйефте төшөрә...Һауа торошо кәйефте төшөрә...
Һауа торошо кәйефте төшөрә...

Был ял көндәрендә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ысын мәғәнәһендә йәйге һауа торошо ҡыуандырҙы. Кисә, 24 августа,хатта +30 градусҡаса эҫе булды. Әммә республикала йылы оҙаҡҡа ҡалырмы? Синоптиктар фаразлай.

Башгидромет метеорологтары хәбәр итеүенсә, бөгөн, 25 августа, Башҡортостан биләмәһендә йылы тора, көндөҙ +25,+30 градус буласаҡ. Әммә һуңынан ямғырҙар һәм йәшен ҡайтасаҡ. Һауа температураһы түбәнәйә башлай.

“Фобос” үҙәге синоптиктары фаразлауынса, шишәмбе, 26 августан, яуым-төшөм көтөлә – йәшенле ямғырҙар, термометр бағанаһы +22,+24 градусҡа тиклем төшәсәк. Ямғырлы һауа торошо август аҙағына тиклем һаҡланасаҡ, өҫтәүенә киләһе ял көндәренә – 30 һәм 31 авгусҡа һауа температураһы +17,+19 градусҡа тиклем төшәсәк.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас