

Башҡортостандан йәйге йылы китә. Республикала һыуытасаҡ. Йома, 29 авгусҡа, башгидромет синоптиктары фараз бирҙе.
Метеорологтар мәғлүмәттәре буйынса, 29 августа Башҡортостанда урыны менән бер аҙ ямғыр яуа, йәшен йәшнәүе көтөлә. Төндә һәм иртән томан. Күренеү мөмкинлеге 500 метр һәм унан да кәмерәк тиклем насарая. Һауа температураһы төндә +6,+11, көнсығышта +1, көндөҙ +16,+21 градус тәшкил итәсәк. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын.
Шәмбе, 30 августа, ошондай уҡ һауа торошо һаҡланасаҡ.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.