Ҡырағай мөхит
30 Август 2025, 20:30

Белем көнөндә ниндәй һауа торошо көтә?

Ә бөгөн? 

Белем көнөндә ниндәй һауа торошо көтә?Белем көнөндә ниндәй һауа торошо көтә?
Белем көнөндә ниндәй һауа торошо көтә?

Йәй бөттө. Һауа торошо эҫе түгел, ә яуым-төшөм күп. Йәйге айҙың һуңғы көнө һәм Белем көнө ниндәй буласаҡ? Был хаҡта Башгидромет синоптиктары һөйләне.

Төбәк метеохеҙмәте мәғлүмәте буйынса, бөгөн 31 августа бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көнбайыш сиректә уртаса фаразлана. Һауа температураһы төндә +6, +11 градус тәшкил итәсәк. Көндөҙ термометр бағанаһы +21, +26 градусҡаса күтәрелә. Төбәктең төньяғында һалҡыныраҡ: +16 градусҡа тиклем.

Белем көнөндә урыны менән бер аҙ ямғыр яуа, республиканың төньяғында – уртаса. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +6, +11 градус тәшкил итәсәк. Көндөҙ һауа +21, +26 градусҡаса йылына, Башҡортостандың төньяғында +16 градусҡаса.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас