

Сентябрь уртаһына Башҡортостанда ямғырһыҙ һауа торошо урынлашты – көньяҡ Уралға, ниһайәт, Үҙәк Рәсәй өҫтөндә урынлашҡан антициклон һырты барып етте.
Алдағы аҙнала һауа торошо болотло булһа ла, ҡоро һәм ярайһы уҡ йылы — көндөҙ температура +19 градусҡаса. Әммә төндә атмосфера ныҡ һыуыта һәм көндөҙгө сәғәттәрҙә генә йылынып өлгөрә, өҫтәүенә болоттар йылылыҡтың бер өлөшөн “ашай”. Әгәр әбейҙәр сыуағы йәйге температураның кире ҡайтыуы менән характерлана икән, быйыл ул бик йылы булмаясаҡ.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.