Ҡырағай мөхит
21 Сентября 2025, 17:40

Йәйгесә эҫе була

Тик оҙаҡҡамы?

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәйгесә эҫе булаЙәйгесә эҫе була
Йәйгесә эҫе була

Башҡортостанға эҫе һауа торошо ҡайтасаҡ. Тик йылы оҙаҡ булмаясаҡ. Башгидромет синоптиктары фаразлауынса, бөгөн, 22 сентябрҙә көндөҙ һауа урыны менән +25 градусҡаса йылына. Гисметео мәғлүмәте буйынса, киләһе ике көн дә — 23 һәм 24 сентябрҙә лә эҫе була. Был көндәрҙә термометр бағанаһы +22 градус билдәһендә буласаҡ.

Төндә лә йылыта. Башгидромет фаразы буйынса, 22 сентябрҙә төндә һауа температураһы +12 градусҡаса буласаҡ. Гисметео синоптиктары 23 һәм 24 сентябрҙә төндә +14 градусҡа тиклем вәғәҙәләй.

Был көндәрҙә яуым-төшөм яуыуы ихтимал. Иртән һәм төндә томан төшә. Артабан һыуытасаҡ.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева