Ҡырағай мөхит
21 Сентября 2025, 19:05

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була. 

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...
Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Сысҡандар һәм ҡомаҡтар шәхси йорттарҙа һәм дачаларҙа йыш ҡунаҡ. Айырыуса, көҙ еткәс, өйгә йышыраҡ инә башлайҙар. Улар аҙыҡ-түлекте, әйберҙәрҙе боҙа һәм хужаларға күп уңайһыҙлыҡ килтерә.

Бөтәһенең дә уларҙан ҡотолғоһо килә, ләкин тоҙаҡ йәки ағыуҙар ҡулланырға әҙер түгел кешеләр гуманлыраҡ ысулдар эҙләй. Иң һөҙөмтәле ысулдарҙың береһе – кимереүселәр өсөн уңайһыҙ шарттар булдырыу, һәм улар китәсәк.

Ни өсөн еҫтәр кимереүселәрҙе ҡурҡыта? Кимереүселәр киҫкен еҫтәргә бик һиҙгер. Ҡайһы бер еҫтәр шул тиклем насар, хатта сысҡандар һәм ҡомаҡтар кеше йәшәгән урындан сығып, яңыһын эҙләй. Был ысул ябай һәм ҙур сығымдар талап итмәй.

Төп сара – нашатыр спирты (аммиак). Уның киҫкен еҫен кимереүселәр генә түгел, күп кенә бөжәктәр ҙә күтәрә алмай.

Нисек файҙаланырға? Өйҙө йыуыу: иҙән, стена һәм тәҙрә төбөн йыуыу өсөн һыуға нашатырь өҫтәгеҙ. Еҫе оҙаҡ һаҡланһын өсөн, бер аҙ шыйыҡ һабын өҫтәргә була.

Һибеп сығыу: спиртҡа һыуҙы 1:10 нисбәте менән ҡушығыҙ һәм пульверизатор менән бүлмәгә һиптереп сығығыҙ.

Ә бына плинтус араһындағы ярыҡтар, йыһаздар аҫтындағы урындарға ҡушылмаған нашатырь спирты һалып сығығыҙ, бының өсөн шприц файҙаланырға мөмкин.

Был кимереүселәрҙән гуманлы юл менән ҡотолорға ярҙам итәсәк.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас