

Башҡортостанда һауа торошо ҡырҡа үҙгәрә. Синоптиктар ентекле фараз бирҙе. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, аҙна уртаһынан Көньяҡ Уралға төньяҡ киңлектәрҙән һалҡын һауа килә башлай. Бөгөн, 25 сентябрҙә, арктика фронты үтеү менән термометр бағанаһы ҡапыл түбәнгә шыуыша. Көндөҙ температура +11,+16 градустан артмаясаҡ. Көньяҡ райондарҙан тыш, унда сағыштырмаса йылылыҡ +20,+25 градус тирәһе һаҡлана.
Аҙна аҙағында республика халҡын ысын мәғәнәһендә көҙгө һауа торошо көтә. Көндөҙ һауа +5,+10 градусҡаса ғына йылына, ә төндә урыны менән 0,-5 градусҡаса ҡырау төшөүе ихтимал. Бынан тыш, циклондың артҡы өлөшөндә төрлө интенсивлыҡтағы ямғырҙар яуасаҡ. Дымлы һауаның һалҡын төньяҡ елдәре менән бәрелешеүе ҡайһы бер урындарҙа ҡойма ямғырҙарға епшек ҡар ҡушылыуына килтереүе ихтимал.
“Фобос” үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүенә төньяҡ атлантик “Бернвард” циклоны ғәйепле, ул миҙгелдәрҙең тиҙ алмашыныуы механизмын башлаясаҡ.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.