

Башҡортостанда һалҡын һауа массалары тәьҫирендә һауа температураһы ныҡ түбәнәйҙе, ямғырҙар башланды. Синоптиктар республикала һалҡын һауа торошоноң ни тиклем оҙаҡҡа һуҙылыуы һәм яуым-төшөмдөң ҡасан туҡтауы хаҡында һөйләне.
Рәсәй Гидрометеорология үҙәге фаразы буйынса, 27 сентябрҙә ямғыр яуыуы көтөлә. Айҙың ҡалған көндәрендә болотло һауа торошо була, башлыса яуым-төшөмһөҙ.
“Фобос” үҙәгендә оҙайлыраҡ фараз бирҙеләр, метеорологтар 4 октябргә тиклем яуым-төшөмдөң туҡтатылыуы тураһында хәбәр итә. Әммә яҡын арала һауа температураһының күтәрелеүе көтөлмәй. 27-29 сентябрҙә көндөҙ термометр бағанаһы +10 градустан түбән төшәсәк. Төнөн +4 градусҡа тиклем һыуыта.
Һауа температураһы 30 сентябрҙән – көндөҙ +12, төндә +6 градусҡаса күтәреләсәк.
6 октябрҙә республикаға йылы һауа торошо килә. Көндөҙ һауа +15, +16 градусҡаса йылына. Төндә һауа температураһының +11 градусҡа тиклем күтәрелеүе көтөлә. Дөйөм алғанда, октябрҙә йылы көндәр аҙ була.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.