Ҡырағай мөхит
30 Сентябрь 2025, 19:00

Йылыта!

Ә октябрь ниндәй булыр? Синоптиктар тынысландырҙы. 

Йылыта!Йылыта!
Йылыта!

Башҡортостанда быға тиклем торған төнгө минус температура йәнә плюс температураға алмашынасаҡ. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 1 октябрҙә, төнгө сәғәттәрҙә +5 градусҡаса һалҡын булыуы көтөлә. Көндөҙ һауа +12 градусҡаса йылына. Яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡтан талғын.

Ә октябрь быйыл ниндәй булыр? Сентябрь аҙағы ҡапыл һыуығы, хатта ҡары менән ҡурҡытты ла, көҙҙөң икенсе айынан нимә көтөргә һуң?

Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, октябрҙә уртаса айлыҡ һауа температураһының нормаға ярашлы +4,3 градус булыуы көтөлә.

“Фобос” үҙәге синоптиктары хәбәр итеүенсә, октябрь уртаһына тиклем йылы һәм ҡояшлы буласаҡ. 5-7 октябрҙә һауа температураһы көндөҙ +15, +16 градусҡаса күтәреләсәк.

Әммә 14 октябрҙән һауа температураһы йәнә кире күрһәткестәргә төшәсәк. Бер нисә көн ҡар яуасаҡ. Һуңынан һауа температураһы күтәреләсәк, әммә яуым-төшөм, ямғыр рәүешендә, һаҡланасаҡ. Октябрҙә бер айлыҡ яуым-төшөм норманан кәмерәк булыр, норма 40-60 миллиметр тәшкил итә.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас