

Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы тора. Йылы, ҡояшлы һәм елһеҙ. Республикала бындай һауа торошо оҙаҡҡа һуҙылырмы? Һәм көҙҙөң икенсе яртыһында нимә көтөргә? Синоптиктар яуап бирҙе.
Башгидромет хеҙмәткәрҙәре мәғлүмәте буйынса, 12 октябргә тиклем Башҡортостанда уртаса һауа температураһы норманан 1 градусҡа юғарыраҡ буласаҡ. 6 октябрҙән 8-нә тиклем көндөҙ термометр бағанаһы +16, +17 градусҡаса күтәреләсәк. Яуым-төшөм көтөлмәй. Скандинавия циклоны арҡаһында әбейҙәр сыуағы республикала алдағы аҙнаға тотҡарланасаҡ.
“Фобос” үҙәге хәбәр итеүенсә, көндөҙгө сәғәттәрҙә температураның +5,+6 градусҡа тиклем төшөүе 14-15 октябрҙә генә башлана.
Росгидромет мәғлүмәттәре буйынса, көҙҙөң икенсе яртыһында һәм 2025 йылдың декабрендә Рәсәйҙең күпселек өлөшөндә, шул иҫәптән Башҡортостанда, температура режимы күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәргә яҡын һәм унан юғарыраҡ булыуы көтөлә.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.