Ҡырағай мөхит
4 Ноябрь 2025, 16:15

Быйылғы ҡыш иң ҡыҫҡаһы була...

Был фараз ғына түгел, ә глобаль мәғлүмәттәргә нигеҙләнгән иҫәпләү.

Быйылғы ҡыш иң ҡыҫҡаһы була...Быйылғы ҡыш иң ҡыҫҡаһы була...
Быйылғы ҡыш иң ҡыҫҡаһы була...

2025-2026 йылдар ҡышы йомшаҡ ҡына түгел, ә рекордлы ҡыҫҡа булыуы ихтимал. Рәсәй Гидрометеоүҙәгенең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд фаразы буйынса, һыуыҡтар миҙгеле күсәсәк, ә яҙ үҙ хоҡуҡтарын ғәҙәттәгенән күпкә иртәрәк — март айында уҡ аласаҡ.

Илдең күпселек өлөшө ысын яҙғы йылылыҡты тоясаҡ. Был тенденцияны синоптик тотороҡло тип атай: ул йылдан-йыл күҙәтелә. Мәҫәлән, 2026 йылдың февралендә температура норманан юғарыраҡ, ә алдағы мартта уртаса температуранан 2-3 градусҡа юғарыраҡ буласаҡ.

Хәҙерге климат моделдәрендә бындай сценарийҙың тормошҡа ашыу ихтималлығы 67 процент тәшкил итә — бер нисә ай алдан күҙаллау өсөн бик юғары күрһәткес. Был фараз ғына түгел, ә глобаль мәғлүмәттәргә нигеҙләнгән иҫәпләү: океан температураһы, поляр боролоштар торошо, атмосфера ағымдары. Шул уҡ ваҡытта белгестәр локаль аномалияларҙы ла кире ҡаҡмай.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас