Ҡырағай мөхит
12 Ноября 2025, 19:05

Ысын ҡыш башланасаҡ көн билдәле булды

Әле генә түгел шул...

Ысын ҡыш башланасаҡ көн билдәле булдыЫсын ҡыш башланасаҡ көн билдәле булды
Ысын ҡыш башланасаҡ көн билдәле булды

Башҡортостанда ғәжәп йылы көҙ тора. Ноябрь уртаһы етте тиерлек, ә һауа температураһы һаман ыңғай, ҡар япмаһы ла юҡ. Синоптиктар алдағы көндәрҙә һауа торошонан нимәләр көтөргә тигән һорауға яуап бирҙе.

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, алдағы көндәрҙә бер аҙ һыуытыу көтөлә. Бөгөн, 13 ноябрҙә,термометр бағанаһы төндә -2, -7 градусҡаса төшә, аяҙытҡанда -12 градусҡаса, көндөҙ +1,+6 градусҡаса йылыта.

Йома, 14 ноябрҙә, йәнә йылы була. Төндә -2,+3, көндөҙ +3,+8 градус.

Фобос үҙәге фаразына ярашлы, Башҡортостанда 24 ноябргә тиклем йылы һауа торошо һаҡланасаҡ. Көндөҙ ҙә, төндә лә һауа температураһы +2 – нән +10 градусҡа тиклем буласаҡ. 26 ноябрҙән ҡыш үҙенекен аласаҡ – тотороҡло минус буласаҡ. Ай аҙағына тиклем көндөҙ -7,-11, төндә -11,-18 градус буласаҡ.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас