

Быйылғы һауа торошо ғәжәпләндереүен дауам итә. Шәмбе, 15 ноябрҙә, Өфөлә йәнә температура рекорды ҡуйылды. Термометр бағанаһы +8,1 градусҡа тиклем күтәрелде. Әммә шунда уҡ тиерлек барыһы ла ҡырҡа үҙгәрҙе һәм ҡапыл һыуытты.
Бөгөн, 18 ноябрҙә, беҙҙе нимә көтә? Ә алдағы көндәрҙә? Синоптиктар фаразын әйтте.
Башгидромет хәбәр итеүенсә, республика Рәсәйҙең төньяҡ райондарынан күскән арктика фронты зонаһына эләгә. Шуға күрә һауа шарттары ҡапыл насарайҙы. Бөгөн күпселек райондарҙа епшек ҡарға һәм ҡарға әйләнгән ямғырҙар яуасаҡ. Төндә һәм иртән айырым райондарҙа, юлдарҙа боҙлауыҡ. Һауа температураһы төндә -2, -7 градус, көндөҙ +1,+6 градус.
Әммә, синоптиктар фаразлауынса, һауа температураһының түбәнәйеүе ҡыҫҡа ваҡытлы буласаҡ. Аҙна уртаһында һауа температураһы тағы күтәреләсәк. Шаршамбы, 19 ноябрҙә, һыуыҡтар сигенә, төндә һәм көндөҙ республикала -1,+4 градус була.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!