Ҡырағай мөхит
20 Ноябрь 2025, 19:00

Ниһайәт, ҡыш етә ахыры...

Ләкин көндөҙ һаман "плюс" әле.

Ниһайәт, ҡыш етә ахыры...Ниһайәт, ҡыш етә ахыры...
Ниһайәт, ҡыш етә ахыры...

Башҡортостанда, ниһайәт, ҡыш үҙ хоҡуҡтарына инә. Ҡар һәм һыуыҡтар көтөлә.

Төбәктең Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 21 ноябрҙә һауа температураһы төндә -1, -6 градусҡаса түбәнәйә, аяҙытҡанда -7, -12 градусҡаса һыуыта. Көндөҙ -1, +4 градус булыуы фаразлана. Әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй, көньяҡта бер аҙ ямғыр, төндә ҡар ҡатыш ямғыр фаразлана, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ барлыҡҡа килә. Ел төндә йүнәлешен үҙгәртеүсән, көндөҙ көньяҡ-көнсығыштан талғын.

Шәмбе, 22 ноябрҙә, епшек ҡар һәм ямғыр яуыуы көтөлә, төндә һәм иртән урыны менән боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе, юлдарҙа боҙлауыҡ күҙәтелә. Һауа температураһы төндә -10 градусҡаса түбәнәйә, көндөҙ +2, +7 градус йылыраҡ була.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас