Ҡырағай мөхит
21 Ноябрь 2025, 20:05

Ноябрҙә ҡышты көтмәҫкә, ахыры

Уртаса һауа температураһының климат нормаһынан 6-8 градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә.

Ноябрҙә ҡышты көтмәҫкә, ахырыНоябрҙә ҡышты көтмәҫкә, ахыры
Ноябрҙә ҡышты көтмәҫкә, ахыры

Башгидромет синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, ноябрҙең өсөнсө декадаһы аномаль йылы буласаҡ. Уртаса һауа температураһының климат нормаһынан 6-8 градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә.

Метеорологтар билдәләүенсә, был аҙнала Рәсәйҙең күпселек өлөшөндә һауа массаларының көнбайыш-көнсығышҡа күсеүе өҫтөнлөк итте. Шуға күрә температура тирбәлеүе күҙәтелә. Һауа температураһы төнгө сәғәттәрҙә -6,-12 градустан 0,+7 градусҡа тиклем, көндөҙ +1,-3 градустан +2,+9 градусҡа тиклем тирбәлә. Епшек ҡар ямғырҙы алмаштыра, урыны менән боҙлауыҡ, боҙло ямғырҙар була.

"22 ноябрҙә ял көндәрендә һауа температураһының түбәнәйеүенән һуң республиканың күпселек райондарында урыны менән боҙлауыҡ һәм боҙло ямғыр яуыуы көтөлә”, — тип һөйләнеләр Башгидрометта.

Төбәктең көньяғында синоптиктар һиҙелерлек яуым-төшөм көтмәй. Уларҙың мәғлүмәте буйынса,һауа температураһы төндә 0, -5 градустан +1,+6 градусҡа тиклем күтәреләсәк, көндөҙ +4,+9 градусҡа тиклем фаразлана. Киләһе аҙна башында яуым-төшөм туҡтаясаҡ. Һауа температураһы 24 ноябрҙә төндә -2,+3, көндөҙ 0,+5 градусҡаса түбәнәйә.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас