

Краснохолм янындағы ҡамышлыҡта йәрәхәтләнгән аҡҡошто осратҡас, Борай районының Ҡуҙбай вуыл биләмәһе башлығы Фәнил Закиров уны өйөнә алып ҡайтып тәрбиәләмәксе була. Ҡоштоң ҡанаты зыян күргән, оса ла, аяғына баҫа ла алмай. Фәнил Бәйзәүи улы уны ветеринария хеҙмәтенә алып бара, тейешле ярҙам күрһәтелә. Бер айға яҡын аҡҡошто тәрбиәләй, башҡа ҡош-ҡорт менән аралаштырып ҡарай, тик уныһы осорға уйлап та ҡарамай. Шунда Фәнил Бәйзәүи улы Өфө ҡалаһындағы “Пин һәм Пуф” тип аталған ҡырағай хайуандарҙы тергеҙеү үҙәге тураһында ишетеп ҡала. Үҙәк етәксеһе Дмитрий Стрельников менән бәйләнешкә сығып, аҡҡоштоң хәле менән таныштыра. Район хакимиәте ярҙамы менән ҡошто үҙәккә илтеп тапшыралар. Бөгөн ул ышаныслы ҡулдарҙа.
“Таҙа, стресҡа бирешмәгән, һул аяғында имгәнеү билдәләре бар. Беҙ уның хәл-торошон тикшереп торасаҡбыҙ, күҙәтәсәкбеҙ. Фәнил Закировҡа иғтибарлығы, ҡырағай йәнлектәр донъяһына битараф булмағаны өсөн ҙур рәхмәт”, - тип яҙған Дмитрий Стрельников социаль селтәрҙә. Фәнил Бәйзәүи улы аҡҡошто нисек тәрбиәләүе тураһында “Алға” гәзите хәбәрселәренә түбәндәгеләрҙе һөйләгән.
– “Ҡунағыбыҙ” аҙбарҙа йәшәне. Бойҙай, арпа, ваҡланған кукуруз, йәшелсә, ваҡ балыҡ ашаттыҡ.Ҡанатын нығытып, аяҡҡа баҫһа, йылы яҡҡа юл алыр тип өмөтләнгәйнем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тергеҙеү осоро оҙаҡҡа һуҙылды. Ҡырағай ҡошто йорт шарттарында тотоу, эйәләтеү яҡшы түгел, уға үҙенең ҡәрҙәштәре менән йәшәү файҙалыраҡ. Шуға күрә уны ҡырағай хайуандарҙы һауыҡтырыу үҙәгенә илтергә ҡарар иттем. Был мөхиттә ул тиҙерәк аяҡҡа баҫыр тип өмөтләнәм, – тине Фәнил Бәйзәүи улы.
Фото: “Алға” гәзите.