Ҡырағай мөхит
1 Декабрь 2025, 09:55

Башҡорт зубрҙарының хәле нисек?

Уларҙың һаны 23-кә еткән. 

Башҡорт зубрҙарының хәле нисек?Башҡорт зубрҙарының хәле нисек?
Башҡорт зубрҙарының хәле нисек?

Башҡортостанда зубрҙар йәшәүе хәҙер бер кемде лә ғәжәпләндермәй. Был ҡунаҡтар беҙҙең төбәкте үҙ итте һәм үрсей башланы. Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов уларҙың нисек үрсеүе тураһында һөйләне.

Билдәле булыуынса, был хайуандарҙы Көньяҡ Уралға алып ҡайтыу буйынса проект 2023 йылдан алып “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркында тормошҡа ашырыла. Бөгөнгө көндә унда 23 баш зубр йәшәй, шул иҫәптән бында тыуған быҙауҙар бар.

– 2024 йылда тыуған өс инә һәм бер ата быҙау демонстрацион вольерҙа тотола. Ҡалған 19-ы тәбиғи мөхиттә йәшәй. Ҡар яуғандан һуң зубрҙар вольер хужалығына өҫтәмә туҡланыуға киләсәк. Шул саҡта уларҙы ҡарап сығырға һәм хәлдәрен баһаларға, GPS-муйынсаҡтарын алмаштырырға мөмкин, — тине министр.

Нияз Фазылов һүҙҙәренсә, бер осор кавказ-беловеж тоҡомло зубрҙарҙы өҫтәү мәсьәләһе тикшерелә, әммә белгестәр саф ҡанлы белорус буйволдарын үрсетеүҙе дауам итергә кәрәк тигән ҡарар итә.

Башҡортостандың махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре буйынса дирекцияһы 2026 йылда президент гранттары конкурсында ҡатнашыуға ғариза биргән, грант алған осраҡта Белоруссиянан тағы ла 9 өлкән зубр һатып алыу планлаштырыла.

– Беҙҙең зубр популяцияһын тергеҙеү буйынса проектыбыҙға кешеләр төрлөсә ҡарай. Эшегеҙ юҡтыр, зубр үрсетеү генә ҡалғайны тигән фекерҙәр ҙә бар. Әммә, минеңсә, 30-50 йылдан һуң бер кем дә был хайуандарҙы ҡайҙандыр килтергәнебеҙҙе хәтерләмәйәсәк тә. Улар тәбиғи күренеш тип ҡабул ителәсәк. Беҙҙең маҡсат шундай. Адаптация процесын ғалимдар контролдә тота, беҙҙә зубрҙар имен үрсей, был яҡшы билдә, — тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Фото: "Башинформ". 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас