Ҡырағай мөхит
1 Декабрь 2025, 12:45

Ветерандар браконьерлыҡҡа ҡаршы көрәшергә ярҙам итә

2025 йылда тәбиғәт парктарына килеүселәр һаны 2024 йыл кимәленә ҡарата 67 проценттан ашыуға артҡан һәм 269,5 мең кеше тәшкил иткән.

Ветерандар браконьерлыҡҡа ҡаршы көрәшергә ярҙам итәВетерандар браконьерлыҡҡа ҡаршы көрәшергә ярҙам итә
Ветерандар браконьерлыҡҡа ҡаршы көрәшергә ярҙам итә

1 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республиканың айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Төбәктең тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов хәбәр итеүенсә, уларға 217 объект ҡарай. Һүҙ ҡурсаулыҡтар, милли парктар һәм заказниктар тураһында бара.

2025 йылда тәбиғәт парктарына килеүселәр һаны 2024 йыл кимәленә ҡарата 67 проценттан ашыуға артҡан һәм 269,5 мең кеше тәшкил иткән.

– Тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоуҙы иҫкәртеү өсөн айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә рейдтарға махсус хәрби операция ветерандарын йәлеп итәбеҙ, - тип хәбәр итте Нияз Фазылов. – Улар пилотһыҙ техниканы ҡулланырға һәм браконьерҙарҙы тиҙ арала асыҡларға ярҙам итә.

Республика Экология министрлығының эшендә Башҡортостандың тәбиғәт объекттарына халыҡ-ара статус биреү йәһәтенән дә айырыуса иғтибар бүленә. ЮНЕСКО-ның Торатау, Ҡуштау һәм Йөрәктау шихандары буйынса номинация досьеһына ике геологик киҫелеш һәм Бәләкәй Шиханды индерергә планлаштыралар.

Төбәк һаҡланған территориялар майҙанын киңәйтеүен дауам итә. Башҡортостанда Айғыр тауына, Ирәндек һыртына ҡурсаулыҡ статусы биреү буйынса эш алып барыла. Министрлыҡ шулай уҡ, уның һайығыуын булдырмау өсөн, Талҡаҫ күленең һаҡлау режимын үҙгәртеү буйынса эшмәкәрлектә ҡатнаша.

Кәңәшмәлә шулай уҡ Башҡортостанда беловежский линияһы зубрҙарын үрсетеү буйынса проектты тормошҡа ашырыуҙы тикшерҙеләр. Мораҙым тарлауығы тәбиғәт паркында 23 төрө иҫәпләнә, шул иҫәптән алты быҙау. Хайуандарҙың күпселеге тәбиғи мөхиттә йәшәй.

Билдәләп үтәйек, республикала зубр үрсетеү буйынса башланғыс Рәсәй Президенты гранттарын биреү конкурсының беренсе этабы финалсылары иҫәбенә инде. Йомғаҡ 2026 йылдың февралендә яһаласаҡ. Еңеү осрағында Башҡортостанға Белоруссиянан тағы ла туғыҙ баш хайуан килтереләсәк.

Радий Хәбиров министрлыҡҡа эше өсөн рәхмәт белдерҙе һәм республиканың уникаль тәбиғәт биләмәләрен, шул иҫәптән антропоген йоғонтонан һаҡлауҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Башҡортостан Башлығы Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһен тәбиғәтте һаҡлау сараларына йәлеп итеү мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас