Календарь буйынса ҡыш башланды. Ләкин уның башы ҡышҡы кеүек булмаһа ла, синоптиктар декабрҙә көндәрҙең һалҡынайыуын һәм ҡар яуыуын фаразлай.
“Фобос” үҙәге хәбәр итеүенсә, декабрҙең беренсе аҙнаһы йылы була. Шәмбегә, 6 декабргә тиклем ыңғай температура һаҡланасаҡ.
Йәкшәмбе, 7 декабрҙән башлап, термометр бағанаһы яйлап төшә башлай. Декабрҙең икенсе аҙнаһында көндөҙ ҙә, төндә лә термометрҙар -2-6 градус күрһәтәсәк. Күпләп ҡар яуа башлаясаҡ.
Яңы йылға яҡын Башҡортостанға ысын мәғәнәһендә ҡышҡы һауа торошо килә. Төндә һауа температураһы -20, көндөҙ -10, -15 градус була. Синоптиктар фаразлауынса, ҡар көн һайын тиерлек яуасаҡ.
Яңы йыл төнөндә лә ҡышҡы кеүек ҡарлы һәм һыуыҡ буласаҡ. “Фобос” үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, яңы йыл каникулдарында ошондай һауа торошо бөтә оҙайлы ялдар дауамында көтөлә.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!