Башҡортостанда яңы йыл төнөнә һәм ғинуар каникулдарына һауа торошо менән таныштырҙылар. Бында ла сюрприздар бар.
Мәҫәлән, Гисметео порталы фаразлауынса, 31 декабрҙә көндөҙ -9 градус һалҡын буласаҡ. Яңы йыл төнөндә термометр бағанаһы -12 градусҡа тиклем төшә. 1 ғинуарҙа -10 градус булыуы көтөлә. Ҡар яуыуы фаразланмай.
Башҡортостанда ғинуар каникулдарында ла шундай уҡ уртаса һалҡын һауа торошо һаҡланасаҡ. Көндөҙ һауа температураһы -9-13 градус тәшкил итәсәк, төнгө сәғәттәрҙә -11-13 градус.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда Рәсәй Гидрометеорология үҙәгенең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд Рәсәйҙең Европа өлөшөндә (Башҡортостан уға ҡарай) быйылғы ҡыш элеккеһенән һалҡыныраҡ буласағын белдергәйне. Һауа температураһы -20 градусҡа тиклем һәм унан түбәнерәк булған көндәр фаразлана.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!