Башҡортостанға ысын ҡыш килде – ҡар яуҙы, ныҡ ҡына итеп һыуытты. Әммә шыма, тигеҙ ҡышҡы һауа торошон көтмәгеҙ. Республика халҡын декабрҙә лә, ғинуарҙа ла температура үҙгәреүе көтә. Синоптиктар ҡышҡы айҙарҙа беҙҙе нимә ғәжәпләндерәсәген һөйләне.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, алдағы көндәрҙә арктик һыуыҡ Башҡортостан биләмәһенән сығасаҡ. Һауа температураһы күтәреләсәк. Йома, 12 декабрҙә, төбәктә бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә, төньяҡта уртаса, көньяҡта яуым-төшөмһөҙ. Һауа температураһы төндә -6,-11 градус, көндөҙ -2, -7 градус. Шәмбе, 13 декабрҙә, тағы ла йылыраҡ була,төндә -5, -10,көндөҙ -1, -6 градус. Әммә ҡар яуыуы, юлдарҙың айырым участкаларында ҡар һырынтылары көтөлә.
Әммә йәкшәмбе термометр бағанаһы йәнә -12, -13 градусҡа тиклем төшә башлаясаҡ. Шишәмбе, 16 декабрҙә, һыуыҡ буласаҡ, -23 градусҡа тиклем етә. Йомаға, 19 декабргә тиклем, көслө һыуыҡтар һаҡланасаҡ. Һауа температураһы -31 градусҡа тиклем төшәсәк. Был хаҡта “Фобос” үҙәге хәбәр итә.
Декабрҙең һуңғы декадаһында -4-12 градус һалҡын буласаҡ.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!