Башҡортостанда алдағы көндәрҙә һауа температураһы -23 градусҡаса түбәнәйә. Башгидромет синоптиктары ике көнгә һауа торошон фаразланы.
Иртәгә, 16 декабрҙә, төбәктә бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Һауа температураһы төндә -13-18 градус тәшкил итәсәк. Урыны менән -23 градусҡа тиклем һыуыта. Көндөҙ -10 градусҡаса йылыраҡ була. Ел көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән.
17 декабрҙә төнгө температура шулай уҡ -23-кә тиклем етәсәк. Көндөҙ өс градусҡа йылыраҡ була. Республикала бер аҙ ҡар яуасаҡ. Ел көнбайыштан талғын.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!