Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
17 Декабрь 2025, 00:40

- 30 градус көтөлә

Ғинуарҙа һауа торошо ғәҙәттән тыш сюрприз бүләк итәсәк...

- 30 градус көтөлә
- 30 градус көтөлә

Башҡортостанда һауа торошо даими үҙгәрә. Аномаль йылылыҡ урынына көтмәгәндә ҡапыл һыуыта, йә киреһенсә. 2026 йылдың тәүге айы нимә менән ҡыуандырасаҡ? Был хаҡта “Фобос” үҙәге синоптиктары һөйләне.

2025 йылдың һуңғы көнөндә һәм 2026 йылдың беренсе көнөндә улар ярайһы уҡ йылы һауа торошон көтә: көндөҙ -4 градусҡа тиклем.

3 ғинуарҙан көндөҙ -10 градусҡаса һалҡынайта, 5 ғинуарҙан төндә термометр бағанаһы -25 градусҡа ынтыла. Яңы йыл байрамдары аҙағында көндөҙ -11, -13 градус булыуы көтөлә.

Оҙайлы яңы йыл каникулдарынан һуң тәүге эш көнө ярайһы уҡ һыуыҡ буласаҡ. 12 ғинуарҙа көндөҙ -18 градус, төндә -30 градусҡаса.

Ай уртаһында тағы ла бер йылы тулҡын башлана. 16-һы көндә ҡар урынына ямғыр яуасаҡ. Көндөҙ 0 градусҡаса йылыта, төндә – 10 градус тирәһе.

20 ғинуарға көндөҙ -8, -11 һәм төндә -15 градус булыуы көтөлә. 23-28 ғинуарҙа төндә -6, -8, көндөҙ -4 -6 градус булыуы фаразлана.

Һуңғы көндәрҙә ҡапыл һыуытыуы ихтимал: төндә -22 градусҡаса, көндөҙ -18 градусҡаса.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас